Быйыл республикала 2 миллион 200 мең тонна ашлыҡ йыйылды. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡоролоҡ сәбәпле иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар уңышы уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға аҙыраҡ булған. Саҡмағошта быйыл 93 мең тоннанан ашыу иген йыйып алынды. Йыл ҡоро килһә лә уңыш яҡшы ғына, ти Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ильгиз Ихсанов.
Республикала шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу дауам итә. Әлегә дөйөм майҙандарҙың 86 процентында эштәр теүәлләнгән.







