Мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе ғәмәлгә инде

Бөгөн Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәргә һәм хроник сирҙәргә дусар булыусыларға мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе ғәмәлгә инде. 

Был граждандар аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыу, медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итеү, банктарға, элемтә салондарына, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә, дачаларға, ҡала ситендәге йорттарға һәм зыяраттарға барыу өсөн иртәнге сәғәт 11-ҙән төшкө сәғәт 1-гә тиклем ваҡыт менән файҙалана ала.

Шул уҡ ваҡытта вакцина ҡаҙатыу тураһында «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша алынған электрон йәки ҡағыҙ сертификат, алты ай дауамында коронавирус менән сирләү тураһында белешмәһе булыусыларға был сикләүҙәр ҡағылмай. 

Үҙҡурсалау режимы шулай уҡ эш урынында мотлаҡ булыу талап ителгән һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә, власть органдарында эшләүселәргә, етәкселәргә ҡағылмай. Уларҙа үҙҙәре менән паспорттары һәм указға өҫтәмәләге форма буйынса белешмәһе булырға тейеш. Эш биреүселәргә бөгөндән 65 йәштән өлкән һәм хроник сирҙәре булған хеҙмәткәрҙәрҙе ситтән тороп эшләүгә күсерергә тәҡдим ителде.

Фото №1 - Мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе ғәмәлгә инде
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ