«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә эшләп килгән колл-үҙәк ирекмәндәре ярҙамһыҙ ҡалған мохтаж өлкәндәргә аҙыҡ-түлек тарата. «Хәстәрлек картаһы» программаһы буйынса ул бушлай. Партияның колл-үҙәгендә шылтыратыуҙар ҡабул итеү ҙә дауам итә. Өлкән йәштәгеләргә, инвалидтарға ирекмәндәр ярҙам күрһәтә. Сөнки бөгөндән вакцина яһатмаған 65 йәштән ололарға өйөнән сығып йөрөү тыйылды.
Өфөлә йәшәүсе 74 йәшлек Шамил Бәширов коронавирустан прививка яһатҡан да бит. Тик уның күҙҙәре күрмәй. Беренсе төркөм инвалидына урамға сығыу, дауаханаға барыу өсөн сит кешенең ярҙамын һорарға тура килә. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ирекмәндәре уны уҙған аҙнала вакцина эшләргә алып барған. Ә бөгөн аҙыҡ-түлек тупланмаһы килтерҙеләр.
«Беҙҙең хәстәрлек» проектының «Хәстәрлек картаһы» программаһы буйынса аҙыҡ-түлек бушлай таратыла. Пандемия башланғандан алып мохтаждар тураһында мәғлүмәт базаһы булдырылған. Республикала был категорияға ҡараусы 19 мең кеше иҫәпләнә.
Республика башлығы ҡарары менән 13 октябрҙән прививка яһатмаған 65 йәштән ололар үҙизоляция тәртибен һаҡларға тейеш. Уларҙан колл-үҙәктә шылтыратыуҙар ҡабул ителә. Автоирекмәндәр дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк яраҡтарҙы һатып алып уларҙың өйҙәренә алып барып бирә.
Колл-үҙәк иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем эшләй. Операторҙар оло йәштәгеләрҙән мөрәжәғәттәр ҡабул итә һәм консультация ла үткәрә. Һуңғы ваҡытта уларҙың күбеһе, әлбиттә, медицина ярҙамы менән бәйле. Колл-үҙәккә 8-800-201-89-03 телефон һандары буйынса шылтыратырға мөмкин.
Рәмилә Исмәғилева




