Рәсәйҙең ике ҙур төбәге бергә эшләргә тейеш

Был турала Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов Башҡортостанға эш сәфәре барышында белдерҙе. Ике республиканың иҡтисади үҫеш мәсьәләләре төбәк етәкселәренең осрашыуында тикшерелде.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан менән Татарстанға артабан да предприятиеларҙы интеграциялауҙы нығытырға һәм үҫтерергә кәрәк. Әгәр ошондай бәйләнештәрҙе үҫтереүгә дәүләт кимәлендә өҫтәмә этәргес бирһәк, был беҙҙең туғандаш республикалар халҡы мәнфәғәтендә хеҙмәт итәсәк, тине Радий Фәрит улы.

Рөстәм Миңлеханов үҙ сиратында Башҡортостандың авиация өлкәһендәге ҡаҙаныштарын абсолют донъя кимәле менән сағыштырҙы. 

Фото №1 - Рәсәйҙең ике ҙур төбәге бергә эшләргә тейеш

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ