Республика парламенты 21 октябрҙә уҙасаҡ пленар ултырыштың көн тәртибен барланы

 Президиум халыҡ һайланыусылар ҡарамағына сығараласаҡ 40-тан ашыу закон проектын раҫланы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары әйтеүенсә, ҡараласаҡ документтар башлыса социаль йүнәлешле.

Шулай уҡ туризмды үҫтереү, инвестициялар өлкәһендә лә үҙгәрештәр көтөлә. Закон үҙ көсөнә инеү менән предприятиелар модернизациялауға тотонған аҡсаларының 90 процентҡа тиклемен кире ҡайтара ала. Ирекмәндәргә дәүләт ярҙамын көсәйтеү, халыҡҡа бушлай юрист ярҙамы күрһәтеү тураһындағы закон проекттары ла пленар ултырыштың көн тәртибендә төп урын алып тора.

Фото №1 - Республика парламенты 21 октябрҙә уҙасаҡ пленар ултырыштың көн тәртибен барланы

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ