Башҡорт әҙәбиәте һәм телевидение тармағы ауыр юғалтыу кисерҙе

Башҡорт әҙәбиәте һәм телевидение тармағы ауыр юғалтыу кисерҙе

 88 йәшендә билдәле яҙыусы, Башҡортостан телевидениеһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Мансаф Ғиләжев арабыҙҙан китте.

Мансаф Тажетдин улы Ғиләжев сирек быуат ғүмерен Башҡортостан телевидениеһына арнаған, 60-сы йылдар башында барлыҡҡа килгән яңы мәғлүмәт сараһының ижади концепцияһын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергән шәхес.

Тап ошо дәүерҙә Башҡортостан телевидениеһының баш мөхәррире булараҡ ул үҙе лә эфирҙа әүҙем эшләй, тәүге космонавтарҙың береһе Владимир Комаров, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев кеүек арҙаҡлы ватандаштарыбыҙ, хеҙмәт уңғандары тураһында ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар әҙерләй.

1984 йылдан Мансаф Ғиләжев ныҡлап әҙәби ижадҡа тотона, Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә һәм «Һәнәк» журналында эшләй. Мансаф Ғиләжев Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Ғилемдар Рамаҙанов  исемендәге премиялар лауреаты.

Фото №1 - Башҡорт әҙәбиәте һәм телевидение тармағы ауыр юғалтыу кисерҙе

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ