Өфөлә йәшәүселәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ квитанциялары түләүҙәре менән риза түгел

 Черниковка биҫтәһендәге Герцен урамы 34 адресы буйынса йәшәүсе граждандар сентябрҙә  торлаҡты йылытыу өсөн килгән хаҡтарҙы күреп дәғүәләрен белдерә. Фатирҙар йылылыҡ менән тәьмин ителмәһә лә, квитанцияла түләүҙәр тулы ай өсөн иҫәпләнгән. Йылытыу миҙгеле үҙенсәлектәре хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһы.

Герцен урамы 34 адресы буйынса  йәшәүсе Ксения Пегашеваның фатиры 1 октябрҙән йылытыла башлаған. Ике бала тәрбиәләүсе әсә квитанцияла сентябрь өсөн түләүҙәрҙе күреп  шаҡ ҡата. Һыуыҡ бүлмәләр өсөн ҡыш миҙгелендәге кеүек хаҡтарҙы түләргә тура килә.

Ни өсөн беҙ сентябрҙә һыуыҡ торған торбалар өсөн аҡса түләйбеҙ?Мин түләүҙән баш тартмайым, квитанция буйынса бурыстар ҙа булғаны юҡ. Әммә ғәҙеллек эҙләйем.. Ике бала үҫтерәм, йылылыҡ өсөн  ҙур сумма түләү бик ауыр.

Ксения Пегашева, Герцен урамында йәшәүсе

Черниковҡа биҫтәһендәге баракта йәшәгәндәрҙең күбеһен ошо уҡ һорау борсой. Квитанцияла юғары хаҡтар, сентябрҙә йылытылмаған бүлмәләр өсөн аңлайышһыҙ түләүҙәр.

Йылытыу менән бәйле һорауҙарҙы 2019 йылдан алып хәл итергә тырышам. БашРТС-ҡа мөрәжәғәт иттек, улар йортҡа дөйөм иҫәпләү приборын ҡуйырға ҡушты. Әммә эшселәр килеп ҡарап йорт һәм торбалар иҫке, техник күҙлектән  прибор ҡуйыу мөмкин түгел тип китте. Улар беҙҙең проблемаларға битараф, йорт бер нисә көн йылы булғанға бер ай өсөн аҡса түләтеү намыҫһыҙ.

Анастасия Мишанина, Герцен урамында йәшәүсе

Ресурс менән тәьмин итеүсе компания белгестәре әйтеүенсә, йылылыҡ өсөн сумма төрлө йорттарҙа төрлөсә иҫәпләнә. Күп фатирлы торлаҡта дөйөм прибор булған осраҡта сарыф ителгән йылылыҡтың күләме ҡарала. Йорт прибор менән йыһазландырылмаған хәлдә уртаса норматив билдәләнә.

Йортта йылытыу системаһын иҫәпләүсе дөйөм прибор булмағас, торлаҡ буйынса граждандар тотош ай өсөн иҫәпләшергә бурыслы -  Өфө йорттарына йылы 25 сентябрҙән ебәрелә башланы, шуға ла фатир хужалары сентябрь өсөн дә түләргә тейеш. 8 ай дауамында был йорттар өсөн уртаса хаҡ иҫәпләнә. Уның буйынса сатлама һыуыҡтарҙа өҫтәмә сумма түләргә кәрәкмәй.

Виктор Михадюк, «Башртс» компанияһы филиалы етәксеһе урынбаҫары
Башбат

Төбәктә йылылыҡ өсөн иҫәпләшеү сентябрҙән апрелгә тиклем ойошторола. Йәғни граждандар квитанцияла килгән сумманы 8 ай дауамында түләп йәйге ваҡытта йылылыҡ өсөн түләүҙәр тураһында онотоп тора. Ҡатмарлы система иҫәптәренә дәғүә белдереүселәр күп булыу сәбәпле, йылылыҡ өсөн хаҡтар буйынса оператив штаб эшләй. Штаб ярҙамында һәр осраҡ буйынса аңлатма алып, айырым йортҡа бәйле мәсьәләне хәл итеү мөмкин.

Фото №1 - Өфөлә йәшәүселәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ квитанциялары түләүҙәре менән риза түгел

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ