Ике йыл үткәс кенә Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә ун алты кеше ағыуланған шаурма кибете хужаһына енәйәт эше буйынса суд ҡарары сығарылды. Ултырыш барышын БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте.
Эшҡыуар Имомеддин Насруллуев зыян күреүселәрҙе суд ултырышында ғына тәүгә күрҙем тип ышандырҙы. Оҙайлы тәфтиш эштәренән һуң «Хәләл шаурма» менән сауҙа итеүсе ниһәйәт ғәйепләнеүселәр эскәмйәһендә.
2019 йылдың 12 сентябрендә Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә ун алты кеше, шул иҫәптән биш бала шаурма менән ағыуланғайны. Көнсығыш ризығын ашағандан һуң улар үҙҙәрен насар тойған, күптәр ҡаланың йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының реанимацияһына эләгә. Барыһының да бер үк диагноз - киҫкен гастроэнтерит. Роспотребнадзор белгестәре сир сығанағы алтын стафилококта булыуын билдәләй. Кибет эшмәкәрлегендә санитар талаптар бөтөнләй инҡар ителеүе асыҡлана.
Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тикшереү оҙаҡ дауам итһә лә, суд процестары ҡыҫҡа. Ике ултырыштан һуң ҡарар сығарыла, әммә фемида зыян күреүселәр яғында түгел.
Календарҙа октябрь. Күпләп ағыуланыу осрағына иһә бер ай элек кенә ике йыл булған. Тәфтишселәр билдәләүенсә, ашнаҡсының икенсе илгә ҡасып, быйыл ғына ҡулға алыныуы эш процесын тотҡарлаған. Эшҡыуар Имомеддин Насруллуев судтан һуң да зыян күреүселәр менән аралашыуҙан баш тартты. Компенсация түләргә лә йыйынмай.
Шаурманан ағыуланып, оҙайлы реабилитация үткән кешеләр ике йыл эсендә компенсация тураһында тәҡдим менән бер кем дә килмәне тип билдәләй. Суд ҡарарына апелляция ялыуы бирергә теләйҙәр.
Гөлсинә Костылева йөклөлөктөң һигеҙенсе айында шаурманан ағыуланып, реанимацияға эләккән. «Хәҙер барыһы ла ҡурҡыныс төш кеүек хәтерҙә ҡалды»- ти ул. Ҡатын судтан һуң балалары янына ашыҡты. Өйҙә уны дүрт йәшлек ҡыҙы Ангелина менән ике йәшлек улы Роберт ҡаршы алды. Бәхеткә, малайҙың үҫешендә кире үҙгәрештәр күҙәтелмәй. Яңы ғына теле асылып бара, өләсәһен дә тәүге уңыштары менән ҡыуандыра.
Белгестәр билдәләүенсә, итле ризыҡтан ағыуланыусылар сәләмәтлеккә зыян килтереү буйынса сығымдарын ҡаплата ала. Тик судта тағы ла дәғүә белдерергә тура киләсәк.
Ике йыл элек Сипайлово биҫтәһендә шаурма менән 16 кеше ағыулана. Осраҡ ил кимәлендә резонанс тыуҙыра. Тик бер кем дә язаға тарттырылмай. Зыян күреүселәр билдәләүенсә, эшҡыуар һаман да туҡланыу өлкәһендә эшләй. Күрше республикала.
Гөлназ Хәйбуллина




