Был аҙнала Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу башлана

Бер ай дауамында барасаҡ кампанияла ҡатнашыу өсөн стационар участкаларға мөрәжәғәт итергә йәки иҫәп алыусыны өйҙә көтөргә кәрәк.

Хәйбулла районында мөһим сарала 55 иҫәп алыусы һәм 9 контролер йәлеп ителә. Барлығы 4 иҫәп алыу пункты булдырылған. Белгестәр йыйылған мәғлүмәттәрҙе планшеттарға индерә. Мәҫәлән, кешенең йәшәү адресы, йәше, ғаилә хәле, гражданлығы һәм башҡалар. Иҫәп теркәүсе мәғлүмәтте яуап биреүсенең шәхси һүҙҙәренән тултыра, бер ниндәй ҙә документар күрһәтелмәй.  

Иҫәп алыусыларға тулы мәғлүмәт алыу өсөн халыҡтың ишектәрен асыуы, шәхси йорттарҙа йәшәүселәрҙе эттәрен бәйҙә тотоуы һорала. Рәсәй тормошондағы иң мөһим ваҡиғаларҙың береһендә ҡатнашыусыларҙы махсус кейемдәре һәм таныҡлыҡтары буйынса танырға мөмкин буласаҡ.   

Фото №1 - Был аҙнала Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу башлана

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ