Яратҡан рәссамдар ҡоролтайҙа. Республика парламентында «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проектында ҡатнашыусылар үҙ күргәҙмәһен асты. Картина авторҙары проекттың әйҙәүселәре. Сөнки улар тотош Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә лә танылған рәссамдар.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы күргәҙмәлә һигеҙ авторҙың эштәре ҡуйылған. Тарихта баш ҡала тап һеҙҙең һүрәттәрегеҙ менән ҡаласаҡ, тине парламент рәйесе экспозицияны асып. Сөнки ҡуйылған картиналарҙың күпселеге Өфө урамдары һәм боронғо йорттары, тәбиғәтен сағылдыра.
Әммә ижадсылар үҙҙәре был экспозицияға махсус әҙерлек булманы , ти. Стенаны быға тиклем киң тамашаға сығарылмаған, башлыса рәссамдарҙың оҫтаханаһында торған картиналар биҙәй.
Айнур Кәбиров




