Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың тағы 662 яңы осраҡ асыҡланған

Дөйөм һандар 74 меңде ашып китте. 35 кешенең ғүмере өҙөлгән, пандемия башланған көндән хәүефле сирҙән мәрхүм булыусылар һаны 1982-гә етте. Дауаханаларҙа әле барлығы бер мең 87 пациент дауалана, уларҙың илле бере ауыр хәлдә, 22 кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған.

 Вакциналау күрһәткестәренә килгәндә, һуңғы тәүлектә 9  меңдән ашыу замандашыбыҙ коронавирустан прививка яһатҡан.  Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар бер миллион 229 меңгә етеп килә. Башҡортостанға килтерелгән вакцина дозаһы 1 миллион 892 меңгә яҡын.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың тағы 662 яңы осраҡ асыҡланған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ