Коронавирустан һаҡланыу өсөн иң һөҙөмтәле сара - вакцина. Был турала Президенттың Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров белдерҙе. Халыҡтың 80 процентына прививка эшләтергә кәрәк, тине ул. Округ кәңәшмәһендә Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡортостанда бөгөнгә 1 миллион 228 мең кеше коронавирустан тулыһынса вакцина алған. Прививка эшләтмәүселәр, өлкән йәштәгеләр өсөн төрлө сикләүҙәр ҡабул ителде.




