Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау буйынса асыҡ осрашыу була. Был турала социаль селтәрҙә вице-премьер Азат Бадранов яҙа. Осрашыу бөгөн була, унда йәмәғәтселек, ғалимдар, эксперттар саҡырыла. Салауат Юлаев һәйкәле ил халыҡтарының милли ҡомартҡыһы булып тора, ул Европала иң бейек һыбайлы скульптура. Шуға реконструкция проблемаһын уртаға һалып һөйләшергә тейешбеҙ, тине ул. Башҡортостан Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, халыҡтың һәйкәлде реставрациялауға ҙур иғтибар биреүе – яҡшы күренеш.
Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу урында уҡ башҡарыла. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һыбайлы һынын ситкә алып китмәйҙәр. Һәйкәлде постаментынан алып эргәһендә реставрациялау ҡарала. Өфөнөң юбилейына яңыртылған Салауат Юлаев һәйкәле әҙер булырға тейеш.







