Республика башлығы Радий Хәбировтың юғары әҙерлек тәртибе тураһында указына үҙгәрештәргә ярашлы 18 октябрҙән сикләү матурлыҡ салондары, мунса, бассейн, фитнес-клубтар, ҙур ресторан һәм кафеларҙа ҡабул ителә. Клиенттарҙың һаулығы беренсе урында ти Өфөләге кафеларҙың береһе директоры Лиана Тәтегәсова.
Был аҙнала музей, күргәҙмә залдары, китапханалар, сауҙа үҙәктәре, матурлыҡ, массаж, СПА салондары, солярий, мунса, сауна, физкультура-спорт комплекстары, фитнес клубтары, бассейндар, йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларына барғанда, ҡала-ара автобустар һәм “Орлан” ҡала яны поезына билет алғанда вакцинация тураһында сертификат, ярты йыл эсендә ковид менән ауырығанды йәки ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе хаҡында белешмә күрһәтергә кәрәк.




