Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Республикала 286 мең тонна көнбағыш йыйып алынған. Дөйөм майҙандарҙың 93 процентында эштәр теүәлләнгән. Шаран хужалыҡтарында ла көнбағыш йыйыу тамамлана. Быйыл техник культура 2 760 гектар майҙанда сәселгән, гектарынан уртаса 11 центнер уңыш алына. Райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Альберт Минлин әйтеүенсә, башҡа йылдарҙан түбән булыуына ҡарамаҫтан, ҡоролоҡ йылы өсөн уңыш насарҙан түгел.
Йыйылған уңыш киптереү һәм эшкәртеү өсөн Туймазы элеваторына һәм Шишмә май заводына, шулай уҡ һатыуға ебәрелә.




