Хәҙер тән температураһын үлсәтеп кенә бина эсенә үтеп булмай. Кемдер коронавирус менән сирләүен, йә прививҡа ҡуйҙырыуын һүҙ менән генә аңлатырға тырышты. Әммә документ ҡағыҙҙа йәки электрон рәүештә булырға тейеш. Мобиль телефонында Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы мәғлүмәтте күрһәтеүселәр, йә белешмә менән килеүселәр ҙә байтаҡ.
Антисептик шыйыҡсалар, битлек һәм бирсәткәләр, социаль дистанция өсөн һыҙыҡтар бармы? Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре сертификаттарҙан тыш кибеттәрҙә ковидҡа ҡаршы һаҡланыу сараларын да ҡараны.
Өлкәндәрҙең күбеһе әле Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлмәгән. Сауҙа үҙәктәренә ингән ерҙә тороусы дружинасылар уларға был эштә ярҙам итте.
Комиссия составында Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығы, Эске эштәр министрлығы һәм хакимиәт хеҙмәткәрҙәре.
Үҙәктәрҙә төбәк башлығы ҡарары үтәлешен ҡала хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов та тикшерҙе. Ковид инспекторҙар куар -кодтарҙың дөрөҫлөккә тап килеүен ҡараны.
Яңауылда вакцина яһатыу өсөн мобиль пункттар бар. Тимәк, коронавирус сиренән прививканы магазинға барышлай ҙа эшләтергә була. Мобиль пункт көн һайын урынын үҙгәртеп ҡаланың ҙур сауҙа үҙәктәренең береһе янына күсә.
Бындай рейдтар бер көнлөк акция түгел. Улар артабан да дауам итә. 18 октябрҙән иһә матурлыҡ салондары, мунса, фитнес-клубтар, бассейндар һәм 50 кешенән артыҡ һыйҙырышлы йәмәғәт туҡланыу урындарына сертификатһыҙ инеп булмаясаҡ.
Рәмилә Исмәғилева




