Мәғлүм булыуынса, күрше Туймазы районында инфекция асыҡланыуға бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Ҡош киҙеүе менән тәүгә зарарланыу осрағы октябрь башында Бишҡурай ауылында теркәлде. Күҙалланыуынса, ҡаҙҙарға инфекцияның осар ҡоштарҙан йоғоуы ихтимал. Әле Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 11 километр радиуста тикшереүҙәр үткәрелә.
Белгестәр ҡоштарҙан сирҙең булыу-булмауын асыҡлау өсөн ҡан ала. Процедураға ауыл биләмәләрендәге ҡош-ҡорттоң 10 проценты йәлеп ителә. Шаран районында төбәктә ҡош киҙеүе таралыуға юл ҡуймау буйынса кәңәшмә уҙҙы.
Гөлдәриә Йосопова




