Ижад аша тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш

Ленинград өлкәһендә Бөтә Рәсәй балалар экология кинофестивале үтә. Күләмле сарала илдең 18 төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандан мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Яҡташтарыбыҙҙың ҡыҫҡа метражлы фильмдары юғары баһаланыр тип көтөлә.

Балалар эштәрендә сүп-сарҙы айырып йыйыу, тәбиғәт ресурстарын дөрөҫ файҙаланыу темаларына туҡталған. Һәр ижади материал экоактивистар менән берлектә төшөрөлгән. Әйтәйек, «Таҙа Өфө» экология хәрәкәте етәксеһе Елена Воробьева пластик һауыттарҙан ҡапҡас йыйыу серҙәре менән уртаҡлашҡан.

«Ҡапҡастың сәйәхәте» тип исемләнгән ролик төшөрҙөк. Балалар ижадҡа һөйөү менән ҡарай, үҙҙәре сценарий яҙа, видеоға төшөрә, монтажлай. Был улар өсөн ҙур тәжрибә. Һәр кем герой булырға, донъяны ҡотҡарырға ынтыла.

Елена Воробьева, «Таҙа Өфө» экология хәрәкәте етәксеһе
Фото №1 - Ижад аша тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ