Екатеринбургта бодибилдинг буйынса Урал һәм Себер чемпионаты үтте. Бөтә Рәсәй кимәлендәге сарала өс йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашты, улар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар.
Өфөнән Карина Дорохова «Фитнес-бикини» категорияһында алтын миҙал яулаһа, Екатерина Романовская «Фитнес-модель» йүнәлеше буйынса өсөнсө урынға сыҡты. Яҡташтарыбыҙ хәҙер Рәсәй чемпионатына әҙерләнә. Маҡсаттары уртаҡ – бодибилдинг буйынса Донъя кимәлендә танылыу.
Гөлназ Хәйбуллина




