«Нефть кадрҙары» корпоратив гәзите сығарыла башлауға – 55 йыл

Баҫма Өфө дәүләт нефть техник университеты коллективы һәм студенттар көсө менән айына бер тапҡыр донъя күрә. Материалдарҙа башлыса юғары уҡыу йортонда ойошторолған ғилми-ғәмәли конференциялар, мәҙәни-спорт саралар яҡтыртыла.

 Буласаҡ инженерҙар, быраулаусылар ҡәләм оҫталығын һынап ҡарап, мәҡәләләре менән уртаҡлаша. Төҫлө гәзиттең аудиторияһы киң – ҡағыҙ варианттан тыш, ул уҡыусыларға интернет аша ла таратыла.

Гәзиттең юбилей һанына арнап, вуз стеналарында «Киң мәғлүмәт саралараның үҫеш мөмкинлектәре» тип исемләнгән конференция үтте. Журналистар үҙ сығышында корпоратив гәзиттәрҙең киләсәге өмөтлө булыуын билдәләне. Башҡортостан кимәлендә берләшеп, айырым ассоциация ойоштороу - көнүҙәк мәсьәлә.

Фото №1 - «Нефть кадрҙары» корпоратив гәзите сығарыла башлауға – 55 йыл

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ