Сара сиктәрендә сит ил ғалимдары ҡатнашлығында ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре һирәк осрай торған нәҫел ауырыуҙарының молекуляр-генетик үҙенсәлектәре, заманса диагностикалау һәм дауалау алымдары менән таныштырҙы.
Шулай уҡ репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау мәсьәләһен күтәрҙе. Республиканың медицина-генетика үҙәге етәкселеге билдәләүенсә, тармаҡ тиҙ үҫешә. Йәш кадрҙар әҙерләүгә лә иғтибар юғары. Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетында ординатура асылған.
Гөлназ Хәйбуллина




