Башҡортостан Парламенты Үзбәкстан депутаттары менән бәйләнештәрҙе нығыта

Ике яҡ араһындағы бөгөнгө осрашыуҙа ла һүҙ экология һәм иҡтисад өлкәһендәге хеҙмәттәшлек хаҡында барҙы.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә,  Башҡортостан парламенты төбәктәр араһында иң күп закон проекттары тәҡдим итеүе менән билдәле. Уларҙың күбеһе федераль кимәлдә хуплау табып ҡануни нигеҙҙәргә ята.

Республика Үзбәкстан депуттарына Экология кодексын ғәмәлгә ашырыу, геопарктар төҙөү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға ниәтләй. Үзбәкстандың Олий Мәжлесе депутаты Лейли Сейтова экология партияһы фракцияһынан.

Шуға күрә был темалар уға яҡшы таныш. Үзбәкстан вәкиле үҙҙәренең биләмәһен йшелләндереү үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Лейли Пулат ҡыҙы әйтеүенсә, далала ағас үҫтереү бик ҡатмарлы эш. Мәҫәлән, саҡсауыл ағасының орлоҡтары самолетттар менән һауанан һибелә. Әммә һөҙөмтә юҡ түгел, орлоҡтарҙың 30 проценты үҫеп сыға.

Фото №1 - Башҡортостан Парламенты Үзбәкстан депутаттары менән бәйләнештәрҙе нығыта

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ