Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар тағы ла 652 кешегә артҡан

Бөгөн дауаханаларҙа 1 109 кеше дауалана, уларҙың 688-е  60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 51 пациенттың 22-е ИВЛ аппараттарына тоташтырылған. Тағы ла 6 833 сирле амбулатор дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 665 кеше һауығып сыҡҡан, яңы инфекция 36 кешенең ғүмерен өҙгән.  

 Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Бөгөнгә төбәккә  1 891 848 доза вакцина килтерелгән. 1 374 700 кеше беренсе компонентты ҡаҙатҡан, 1 238 126 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына прививка яһатыу өсөн  29 422 кеше мөрәжәғәт иткән.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар тағы ла 652 кешегә артҡан
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ