Башҡортостан етәксеһе ошондай бурыс ҡуйҙы. Бөгөн Радий Хәбиров республика башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса советтың йомғаҡлау ултырышында ҡатнашты.
Әлеге состав ике йыл дауамында туҡтауһыҙ эшләне. Ошо ваҡыт эсендә Совет ағзалары граждандар хоҡуҡтарын яҡлауҙа һәм ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә эҙмә-эҙлекле тырышлыҡ күрһәтеп, йәмәғәтселек танылыуын алды.
Кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ултырыштары һөҙөмтәһе буйынса республика башлығының 53 йөкләмәһе үтәлгән. Совет ағзалары ике йылда 40-тан ашыу ведомство–ара кәңәшмә үткәреп, 80 тапҡыр муниципаль берәмектәргә сыҡҡан. Етемдәрҙе торлаҡ һәм мохтаждарҙы льготалар менән тәьмин итеү, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау кеүек проблемалар ваҡытында хәл ителгән.
Илдар Байбулатов







