Табипҡа бюст асыу сараһына уның яҡындары,хеҙмәттәштәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре килде. Бюст ҡуйыу урыны осраҡлы һайланмаған. Заманында Венер Сәхәүетдинов 21-се ҡала клиник дауаханаһын асыуҙы ойошторған, унда медицина университетының кафедраһы эшләп килә.
Венер Сәхәүетдинов Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң Сибай ҡала дауаханаһында хирург булып эшләгән. Артабан СССР Медицина фәндәре академияһы аспирантураһында белемен камиллаштыра.1982-1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында ректор булып эшләй.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.
Фәнни эштәре йүнәлештәре: остеомиелитты, йыуан эсәк патологияһын хирургик дауалау, үпкә һәм эренле шешек ауырыуҙары хирургияһы.
Уның тарафынан республикала хирургия мәктәбе ойошторолған. Ғалимдың уҡыусылары - тиҫтәләгән фән докторы, ҡырҡтан ашыу фән кандидаты.
Рәмилә Исмәғилева




