Мостай Кәрим исемен йөрөткән Милли йәштәр театры әҙиптең тыуған көнөн оло байрам итеү уҙғара. Быйыл да театр коллективы бай программа әҙерләй. Тамашасы уның әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәргә бик ихлас йөрөй, ти театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәзилә Рыҫҡужина.
Быйыл Мостай Кәримдең тыуыуына 102 йыл тула.








