Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ул совет рәйесе Владимир Барабашҡа һәм яуаплы секретарь Зөлфиә Ғайсинаға вазифаларында ҡалырға тәҡдим итте. Владимир Барабаш белдереүенсә, ике йыл эсендә Совет тәҡдим иткән 50-нән ашыу башланғыс бойомға ашырылған.
Яңыртылған советтың тәүге ултырышын декабрь айында уҙғарыу планлаштырыла.







