"Росгвардия" халыҡтан ҡорал һатып ала

"Ҡорал тапшыр - аҡса ал" программаһы республикала 2018 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Халыҡ законһыҙ һаҡланған ҡорал һәм хәрби припастарҙы үҙ ирке менән тапшыра һәм бының  өсөн яуапҡа тартырылмай, уға аҡса түләнә. Сентябрь айында ғына 300 мең һумлыҡ ҡорал тапшырғандар. Уҙған йылда Башҡортостан халҡынан 135 ҡорал, 11 мең хәрби припас йыйып алынған, улар өсөн 2 миллион һумдан ашыу аҡса түләнгән.

Фото №1 - "Росгвардия" халыҡтан ҡорал һатып ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ