Республика башлығы Радий Хәбиров һынау рәүешендә сығарылған техника менән танышты. Троллейбус һәм электробус гибриды Өфө трамвай-троллейбус заводында сығарылған. Ул электр сымдарына тоташмайынса 30 километр юл үтә ала. Был иһә төрлө авария, өҙөлгән сымдар булған урындарҙы урап үтеү мөмкинлеге бирә. Киләһе йылда Өфө һәм Стәрлетамаҡ өсөн 45 ошондай машина сығарылырға тейеш. Республика башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Өфөләге предприятие әкренләп тергеҙелә. Етди иҡтисади ҡарарҙар ҡабул ителде. Заводта өр-яңы заманса пассажир транспорты әҙерләнде һәм етештерелә башлай.







