Йәмәғәтселек һәм власть килешә алмаһа, Салауат Юлаев һәйкәле емереләсәк

Вице-премьер Азат Бадранов белдереүенсә, һуңғы ике йылда ғына постамент 7 сантиметрға ергә батҡан, унда ярыҡтар барлыҡҡа килгән, ҡоштар оя ҡорған. Ваҡыт һуҙылһа ремонтлап булмаясаҡ, тине Азат Бадранов. Һәйкәлде реконструкциялау ваҡыты кисектерелде. Хәҙер киләһе йылдың майында эш башлау көтөлә. Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу урында уҡ башҡарыла. Һыбайлы һынын ситкә алып китмәйҙәр. Һәйкәлде постаментынан алып эргәһендә реставрациялау ҡарала. Төҙөкләндереү өсөн кәмендә 9 ай талап ителә, ти белгестәр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һөйләй.

Йәмәғәтселек һәм власть килешә алмаһа, Салауат Юлаев һәйкәле емереләсәк
Фото №1 - Йәмәғәтселек һәм власть килешә алмаһа, Салауат Юлаев һәйкәле емереләсәк
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ