Башҡортостанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәгән сауҙа йорттарын яба башланылар

Ишембайҙа сауҙа үҙәктәренең береһендә коронавирус буйынса хәүефһеҙлек талаптарының береһе лә үтәлмәгән. Махсус комиссия тикшереү уҙғарған, инеү урынында контроль булмауы, кешеләрҙең температураһы ҡаралмауы асыҡланған. Сауҙа йортона битлекһеҙ инеүселәр күп теркәлгән. Эшҡыуарҙар һәм бина хужаһына протоколдар төҙөлгән, улар суд ҡарауына тапшырылған. "Палуба" сауҙа үҙәге әлегә биш тәүлеккә  ябылған,  суд ҡарары менән өс айға тиклем эшмәкәрлеге туҡтатылыуы мөмкин.

Фото №1 - Башҡортостанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәгән сауҙа йорттарын яба башланылар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ