БРеспублика биләмәһендә 7 мең 400-ҙән ашыу иҫәп алыу участкаһы эшләй башланы. Уларҙың исемлеге һәм эш ваҡыты менән социаль селтәрҙә танышырға мөмкин. Бынан тыш, бөгөндән алып 8 ноябргә тиклем мәғлүмәтте Дәүләт порталында ла тултырырға була. Башҡортостан Статистика хеҙмәте етәксеһе Әкрәм Ғәниев һөйләй.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы демографик, иҡтисади һәм социаль мәғлүмәтте туплау өсөн уҙғарыла. Шулай уҡ халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлау бурысы тора, ти Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институты ректоры Азат Йәнгиров.
Иҫәп алыусылар яуаптарҙы махсус планшетҡа теркәй. Анкетала исем-шәриф, тыуған йыл тураһында мәғлүмәт, ғаилә ағзалары һанын белешеүҙән тыш, килем, йорт-хужалыҡ һәм тормош шарттарына ҡағылышлы һорауҙар тупланған.







