Андрей Назаров: "Башҡортостанда инвалидтар өсөн күберәк эш урындары була"

Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт ултырышында инвалидтарҙы эшкә алған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе ҡаралды. Быйыл  физик мөмкинлеге сикле 3 мең ярым кеше халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт иткән. 2 меңгә яҡын инвалид эшкә урынлашҡан. Ойошмаларға хеҙмәт хаҡын түләү өсөн компенсация ике тапҡырға арттырылған һәм 19 мең һумға еткән. Быйыл инвалидтарға эш урыны булдырыу өсөн бюджеттан 11 миллион һум бүленгән. Был аҡсаға 125 физик мөмкинлеге сикле кеше эшкә урынлаша ала. Әле республикала 7 меңдән ашыу инвалид рәсми эшләп йөрөй.

Фото №1 - Андрей Назаров: "Башҡортостанда инвалидтар өсөн күберәк эш урындары була"
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ