Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле айырыуса һаҡланған тәбиғәт объекты статусына эйә булды

 Был туралағы күрһәтмәгә Республика Хөкүмәте Премьер-министры ҡул ҡуйған. Документҡа ярашлы, бынан ары Талҡаҫта тәбиғәтте һаҡлауҙы боҙоуға килтереүе ихтимал эшмәкәрлек, шул иҫәптән файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү һәм сығарыу, бырыулау эштәре, төҙөлөш, сәнәғәт балыҡсылығы, һыу аҫты һунары һәм башҡалар тыйыла.

Талҡаҫ күленә ошондай статус бирергә Башҡортостан Башлығы ҡушҡан. Алдараҡ Баймаҡ районында йәшәүселәр төбәктә йыш ҡына тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоп  файҙалы ҡаҙылмалар сығарыусы бизнесмендарға ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Бынан тыш, «Семеновск руднигы» компанияһы  Талҡаҫ күленән алыҫ түгел карьер асырға планлаштыра ине. 

Фото №1 - Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле айырыуса һаҡланған тәбиғәт объекты статусына эйә булды

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ