Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы, Транспорт прокуратураһы, урындағы үҙидаралыҡ белгестәре тимер юлдарҙа хәүефһеҙлек талаптарын көсәйтеү, өҫтәмә үткәүелдәрҙе төҙөү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Башҡортостандағы 162 тимер юл үткәүелендә йыл башынан 9 авария теркәлгән.
Юл-транспорт ваҡиғаларында 5 кеше һәләк булған, 14 кеше йәрәхәтләнгән. Үлемесле аварияларҙы кәметеү өсөн тимер юл эргәһендә күперҙәрҙе һәм йәйәүлеләр үткәүелдәре һанын арттырыу, хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү бурысы ҡуйылды.
Флорида Ким




