Ул 14 ноябргә тиклем дауам итә. Башҡортостанда статистик мәғлүмәт йыйыуҙа 7 меңдән ашыу иҫәп алыусы ҡатнаша. Бөгөн улар өсөн махсус уҡыуҙар башланды. Тәүге тапҡыр һанлы ысулда ойошторолған ил өсөн мөһим ваҡиға тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Зәңгәр шарф һәм жилет – иҫәп алыусыларҙы экипировкаһы буйынса танырға мөмкин. Ҡулдарында таныҡлыҡ менән планшет та бар. Ауырғазы районынан Миңзилә Аяҙғолова электрон форматта халыҡтан статистик мәғлүмәт йыйыу күпкә уңайлы булыуын билдәләй. Эш тәжрибәһе ҙур. Ун йылға бер ойошторолған тарихи сарала тәүгә генә ҡатнашмай.
Иҫәп алыусылар белемен дә камиллаштырырға тейеш. Ошо маҡсатта өс көнлөк уҡыу ойошторола. Тәүге дәрестән үк уларҙы планшет менән дөрөҫ файҙаланырға өйрәттеләр. Программала 33 һорау. Анкетала исем-шәриф, тыуған йыл, йәшәү урыны тураһында мәғлүмәт, ғаилә ағзалары һанын белешеүҙән тыш, килем, йорт-хужалыҡ һәм тормош шарттарына ҡағылышлы һорауҙар тупланған. Шул уҡ ваҡытта быйыл 1 октябрҙән һуң тыуған сабыйҙар иҫәп алыу статистикаһына индерелмәй.
2010 йылда үткән халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Ауырғазы районында 36 970 кеше йәшәүе билдәләнгән. Быйылғы күрһәткес миграция ағымына бәйле биш меңгә кәмерәк булыр тип көтөлә. Һәр иҫәпсе бер ай эсендә 550 кеше тураһында мәғлүмәт йыйырға тейеш. Урындағы дәүләт статистика хеҙмәте белгестәре сираттағы кампанияның уңышлы үтәсәгенә шикләнмәй.
Хәйбулла районында ла илленән ашыу иҫәпсе һайлап алынған. Улар өсөн дә бөгөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, презентация күрһәтелде. Кампания барышында коронавирусҡа ҡаршы санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәү мөһимлеге лә билдәләнде.
Уҡыуҙар тамамланғас та, киләһе дүшәмбенән иҫәп алыусылар адрестар буйынса йөрөй башлай. Һәр өйҙө урап сығыу маҡсаты ҡуйылған. Шул уҡ ваҡытта стационар участкалар ҙа эшләй, уларҙың исемлеге һәм эш ваҡыты менән район-ҡала хакимиәттәренең рәсми сайттарында танышырға мөмкин.
8 ноябргә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға була. Бының өсөн сайтта электрон форма булдырылған, башҡорт телендә лә мәғлүмәт ҡалдырырға мөмкин. Анкеталағы һорауҙарға яуап биргәндән һуң электрон почта йә телефон һандары буйынса куаркод киләсәк. Артабан уны электрон вариантта йә баҫтырылған килеш иҫәп алыусыға күрһәтергә кәрәк.
Республикала йәшәүселәр күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итеп тә, әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтә ала.
Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу былтыр үтергә тейеш ине, әммә ковид – 19 сиренә бәйле тарихи ваҡиға кисектерелеп торҙо. Күләмле кампанияға рәсми йомғаҡ киләһе йыл аҙағына тиклем билдәле була. Ул, тәү сиратта, демографик, иҡтисади һәм социаль мәғлүмәтте туплау өсөн уҙғарыла. Шулай уҡ халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлау бурысы тора. Йыйылған мәғлүмәттәр нигеҙендә илдең тулы «портрет»ы билдәләнә.
Гөлназ Хәйбуллина







