Тамашасыларға киләһе йыл прокатҡа сығырға тейешле картинаның өҙөктәре күрһәтелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фильм халыҡ ярҙамында төшөрөлә һәм әле лә үҙ өлөшөн индерә алыусылар картинаны киң экранға сығарырға ярҙам итә ала. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Фильмда тамашасылар шағир тормошоноң төрлө осорҙарын, шул иҫәптән бала сағын да күрә ала. Актерҙар уҙған быуаттың илленсе йылдарында Рәми Ғарипов йәшәгән фатирҙың тулы күсермәһендә уйнай. Реквизиттар өсөн әҙиптең шәхси әйберҙәре, китаптары ҡулланыла. Уларҙың күбеһен шағирҙың туғандары килтергән.
Тулы метражлы нәфис фильмды билдәле режиссер Булат Йосопов төшөрә. Эпизодтар Башҡортостанда ғына түгел, Һамар өлкәһендә лә төшөрөлгән. Фильмдағы шағир образын тәүгеләрҙән булып «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторолған «Килер бер көн» шиғриәт кисәһе тамашасылары күрҙе. Концертта шағирҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре, уның һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар яңғыраны. Сараны әҙиптең тыуған яғы Салауат районы вәкилдәре лә күрҙе.
«Шағир көндәлеге» фильмы «Беренсе республика» трилогияһының өсөнсө өлөшө. Трилогия Шәйехзада Бабичҡа арналған картина менән башланып, шәлкемде «Беренсе Республика» фильмы дауам итһә, Рәми Ғариповтың тормош юлына арналған кино әҫәре трилогияны тамамлай. Кинокартинаның премьераһы алдағы йыл шағирҙың юбилейына тәғәйенләнгән, ә бер йылдан киң прокатҡа сыға, тип вәғәҙәләй фильм авторҙары.
Тамашаны залда ғына түгел, онлай да ҡарарға мөмкин ине. Күсмә телевизион станция концерт залынан тура трансляция ойошторҙо. «Шағир көндәлеге» өҫтөндә эшләү дауам итә. «Килер бер көн» кисәһенән йыйылған сумма фильмды тамамлау өсөн ҡулланыла. Бынан тыш, теләгән һәр кем тулы метражлы картинаға үҙ өлөшөн индерә ала. Ярҙам итеүселәрҙең исем-шәрифе фильмдың титрҙарында күрһәтелә.
Әлфинә Килдейәрова




