Уларҙа 8 кешенең ғүмере өҙөлгән, 15 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Ошондай аварияларҙың береһе уҙған төндә Дүртөйлө-Нефтекама юлында теркәлә.
Видеокүҙәтеү ҡоролмаһына төшөрөлгән яҙманан күренеүенсә, «Рено Логан» автомобиле юл аша сығып барған мышыға бәрелә. Ҡыҙғанысҡа, 58 йәшлек водитель һәм уның 56 йәшлек пассажиры фажиғә урынында вафат булған. Мышы үлгән.
Бер көн элек Учалы районында ла юлдағы хайуан ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлде. Был юлы 15-се модель «ВАЗ» автомобиле атҡа барып һуғыла. Авария һөҙөмтәһендә 31 йәшлек егет үлемесле яралана. Бәрҙерелгән ат та үлгән, әле уның эйәһен эҙләйҙәр. Көҙ айҙарында фажиғәле хәлдәрҙең артыуын иҫәпкә алып, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы водителдәрҙе айырыуса һаҡ булырға саҡыра.
Илдар Байбулатов




