12 октябрҙән сауҙа үҙәктәре ишектәре тик коронавирусҡа ҡаршы прививка ҡаҙатыусылар, йә һуңғы ярты йылда сирҙе үткәреүселәр өсөн генә асыҡ. Указға индерелгән үҙгәрештәрҙең теүәл үтәлешен яуаплы органдар контролгә алған. Мониторинг барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.
Куаркодты сканер аша үткәргәндән һуң, телефон экранында сертификат тураһында мәғлүмәт сығырға тейеш. Унда исем-фамилияның тәүге хәрефтәренән тыш, тыуған көн дә күренә. Шуға Өфөләге төҙөлөш материалдары сауҙа үҙәгенә инеү менән, һаҡ хеҙмәте өҫтәмә һорау биреп, граждандарҙың ҡулында нәҡ үҙҙәренең документы булыу-булмауын да тикшерә.
Дөрөҫ яуап ҡайтарыусыларға ғына ишектәр асыла. Ял көнө ғәҙәттәгесә халыҡ ағымы ҙур, шуға контроль пунктта тиҫтәгә яҡын хеҙмәткәр эшләй. Комплексҡа тик прививка ҡаҙатҡандарҙы йә һуңғы алты айҙа коронавирус менән сирләгәндәрҙе йә пцр-тестың кире һөҙөмтәһе менән генә индерәләр.
Башҡортостанда ковид-19 инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы буйынса Указға үҙгәрештәр этаптарға бүлеп индерелә башлағайны. Аҙна башында сикләү саралары эре сауҙа үҙәктәренә лә индерелде. Баш ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүсе органдар менән берлектә мониторинг алып бара. Тикшереү барышында санитар-эпидемиологик талаптарҙың теүәл үтәлешенә төп иғтибар йүнәлтелә. Етешһеҙлектәр булған осраҡта иҫкәртеүҙәр яһала.
Сикләү сараларының тәүмаҡсаты – коронавирус таралыуға юл ҡуймау, вакцинация темптарын арттырыу. Белгестәр билдәләүенсә, коллектив иммунитет булдырған осраҡта ғына, ҡаты сирҙе еңергә мөмкин.
Сертификат, справка тикшереү өсөн контроль пункттар булдырылырға тейеш. Яңы талаптарҙы теүәл үтәмәүсе компанияларға ҙур штрафтар янай. Эшмәкәрлеге бөтөнләй туҡтатылыуы ихтимал.
Балтас районы хакимиәте етәкселеге лә күҙәтеүсе органдар менән берлектә сауҙа үҙәктәре буйынса мониторинг ойошторҙо. Тикшереү барышында ҡайһы бер компанияларға иҫкәртеүҙәр яһалды.
18 октябрҙән республикала сикләү саралары тағы ла көсәйтелә. Сертификат-справкаһыҙ фитнес-клубтарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, бассейн-сауналарға ла индермәйәсәктәр. Шул уҡ ваҡытта тейешле документтар матурлыҡ салондарына барғанда һәм илле урындан күберәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарына ла талап ителә.
Гөлназ Хәйбуллина




