Башҡортостанда дүрт йыл элек туҡталып ҡалған төҙөлөш эштәре тергеҙелде

Көтөп алынған төҙөлөш. Башҡортостанда дүрт йыл элек туҡталып ҡалған төҙөлөш эштәре тергеҙелде. Кузнецов затоны биҫтәһендә өлөшләтә төҙөлөшкә аҡса индереп фатир асҡыстарын көткән граждандарҙың ниәттәре киләһе йылға бойомға аша. Объекттағы эштәр «Садовое кольцо» компанияһы ярҙамы менән тамамлана. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Баш ҡаланың Бородин урамында төҙөлә башлаған бейек йорт фатир хужаларының баш бәләһенә әйләнгән объект. «Белая река» торлаҡ комплексында 2017 йылда төҙөлөш туҡтап килешеү үтәлмәй башлаған. Ниһәйәт, проблемалы объектта боҙ ҡуҙғалып эшселәр төҙөлөштө тамамлау өсөн дөйөм план әҙерләй.

Торлаҡтың фасадында вентиляция көйләйбеҙ. 2005 йылдан алып төҙөлөш өлкәһендә эшләйбеҙ, шуға ла ҡуйылған маҡсатты яҡшы аңлайбыҙ. Яуаплы һәм күләмле проект.

Руслан Яҡупов, инженер-монтаж эштәрен башҡарыусы

«Белая река» проблемалы торлаҡ объекты бер нисә комплекстан тора. «Садовое кольцо» компанияһы көсө менән быйыл йорттоң байтаҡ өлөшө төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылды. Торлаҡтың бер өлөшөн  сафҡа индереү өсөн төҙөлөш компанияһы 560 млн һум аҡса йүнәлтә.

Күп ҡатлы бинала төҙөлөш эштәре дүрт йыл элек туҡтатылған. Өлөшләтә төҙөлөшкә аҡса индереп алданған граждандар һаны 250-гә тиклем еткән. Ошо йылдарҙа уларға йәшәү өсөн ҡуртымға алынған торлаҡҡа һәм  бер юлы ипотека өсөн аҡса түләргә тура килә.

«Садовое кольцо» компанияһы республиканың төҙөлөш һәм архитектура министрлығы менән төҙөгән килешеүгә ярашлы, «Белая река» комплексында  төҙөлөш эштәре бер нисә этапта башҡарыла. Былтыр  бәхетле хужаларға йорттоң ике комплексына фатир асҡыстары тапшырылды.

Ҡатмарлы эш көтөлә, сөнки тәжрибәнән күренеүенсә,  икенсе ойошма етешһеҙлектәрен бөтөрөү еңелдән түгел. Иң тәүҙә бинаның эске өлөшөн баһалау маҡсаты ҡуйыла. Төҙөүселәргә башҡаларҙың сифатһыҙ эшен ҡайтанан башҡарыу күп мәшәҡәт тыуҙыра. 

Яңы төҙөлөш компанияһы менән килешеүгә былтыр ғына ҡул ҡуйылды, әммә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өлөшләтә төҙөлөшкә аҡса индереп алданған байтаҡ кешеләрҙең проблемаһы хәл ителде. Кузнецов затоны биҫтәһендә фатир асҡыстарын көткән йөҙәрләгән кеше йортло булды. Тағы ла бер төркөм граждандар тиҙҙән өй туйлап яңы тормош башлар тигән өмөт тыуа.

Фото №1 - Башҡортостанда дүрт йыл элек туҡталып ҡалған төҙөлөш эштәре тергеҙелде

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ