«Шкода Октавия» водителе 12 йәшлек малайҙы бәрҙергән

Ғәҙәттән тыш хәл Ишембай ҡалаһында теркәлгән. Урам камераһына төшөрөлгән видеояҙманан күренеүенсә, водителдәрҙең береһе юл аша сығып барыусы йәйәүлене үткәреү өсөн туҡтай. Әммә һул яҡтан юғары тиҙлектә килеүсе икенсе транспорт сараһы хужаһы тормозға баҫып өлгөрмәй.

Көслө бәрелеүҙән уҡыусы бала бер нисә метрға осоп барып төшә. Ҡазаға тарыусы үҙ аллы тороп бер нисә метр атлап барғандан һуң ергә ҡолай. Ҡайһы бер мәғлүмәтр буйынса, уның ике ҡулы һәм аяғы һынған. Дауаханаға һалынған йәш пациентҡа операция яһалған. Осраҡ буйынса хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү башлаған.

Фото №1 - «Шкода Октавия» водителе 12 йәшлек малайҙы бәрҙергән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ