Финанс идаралыҡ етәкскеһе коронавирус эҙемтәләренән 15 октябрь вафат булды. Гөлнара Ғәлимйән ҡыҙына киләһе йылдың февралендә 50 йәш тулған булыр ине.
Гөлнара Вәлиева ябай эшсе ғаиләлә тыуа. Атаһы комбайнда йөрөһә, әсәһе һауынсы булып эшләгән. Әммә улар икеһе лә үҙ эшенең оҫталары, абруйлы, алдынғы хеҙмәткәрҙәр ине. Тап ошо яҡшы сифаттар уларҙың ҡыҙҙарында ла тапшырылған. Гөлнара Ғәлимйән ҡыҙы тәрбиәһендә эшһөйәрлек, ныҡыш һәм ғәҙеллек сифттары ярылып ята, ине ти мәрхүмәнең туғандары.
Тап ошо сифаттар Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылында тыуған ҡыҙҙы иҡтисад өлкәһенә алып килә лә инде. Оҙаҡ йылдар ул Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендә ревизор, бюджет бүлеге мөдире, финанс идаралыҡ етәксеһе булып эшләй. Уға иң яуаплы проекттар йөкмәтелә.
2011-2017 йылдарҙа ул Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып китә. Һуңынан яуаплы хеҙмәткәрҙе баш ҡала хакимиәтенә эшкә алалар. Өфөлә лә ул иң яуаплы эшкә, финанс идаралыҡҡа етәксе итеп ҡуйыла.
Гөлнара Вәлиева һуңғы көндәренә тиклем үҙ эше менән янған. Уның тормошҡа ашырылмай байтаҡ проекттары ҡалды. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Гөлнара Ғәлимйән ҡыҙының бар башланғыстарын да еренә еткереп үтәйәсәген вәғәҙәләне.
Айнур Кәбиров




