Белорет металлургия комбинатында прививка ҡаҙатҡан хеҙмәткәрҙәр һаны өс меңгә еткән

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрь башында Роспотребнадзор тарафынан  ҡаланың эре сәнәғәт компаниялары эшселәренә мотлаҡ вакциналау ойоштороу тураһында иҫкәрмә яһалғайны. Был исемлеккә металлургия комбинаты ла эләкте.

Урындағы етәкселек район хакимиәте, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре менән берлектә коллективҡа аңлатыу эше уҙғарған. Хеҙмәткәрҙәр хәҙер сиратһыҙ эш урынында уҡ иммунитетын нығыта ала.

Учреждение биләмәһендә өс мобиль вакциналау пункты булдырылған, табиптар граждандарҙы аҙнаһына дүрт тапҡыр ҡабул итә. Шулай уҡ комбинат тарафынан прививка яһатыусыларға матди дәртләндереү сараһы ла булдырылған. 

Фото №1 - Белорет металлургия комбинатында прививка ҡаҙатҡан хеҙмәткәрҙәр һаны өс меңгә еткән

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ