Башҡортостанда өлкәндәрҙең 50 проценттан ашыуы коронавирустан прививка эшләткән

Әле 1 миллион 250 меңдән ашыу кеше вакциналауҙы тулыһынса тамамлаған. Коллектив иммунитет булһын өсөн, өлкән кешеләрҙең 80 проценты прививка эшләтергә тейеш. Республикала “Юғары әҙерлек” тәртибе указына үҙгәреш индерелде. Шуға бәйле халыҡ араһында төрлө һорауҙар тыуа. Республика менән идара итеү үҙәгенә коронавирустан вакциналау мәсьәләһе буйынса 3 мең ярымдан ашыу мөрәжәғәт килгән. Йыш осраған һорауҙарҙың береһе - прививка эшләтмәү өсөн медицина белешмәһе ғәмәлдә ҡаламы? Башҡортостандың баш санитар табибы Анна Казак яуап бирә.

Башҡортостанда өлкәндәрҙең 50 проценттан ашыуы коронавирустан прививка эшләткән

         “Юғары әҙерлек” тәртибе указына ярашлы, 27 октябргә тиклем ПЦР-тесы йәки медицина белешмәһе менән дә социаль-мәҙәни, спорт-һауыҡтырыу ойошмаларына инергә рөхсәт ителә. Һуңынан сауҙа үҙәктәре, театрҙар, мәҙәниәт йорттары һәм башҡаларына инеү өсөн мотлаҡ вакциналау сертификаты талап ителә.

Фото №1 - Башҡортостанда өлкәндәрҙең 50 проценттан ашыуы коронавирустан прививка эшләткән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ