“Спорт-экспресс” баҫмаһы Континенталь хоккей лигаһында иң юғары эш хаҡы түләнгән уйынсылар рейтингын әҙерләгән. Беренсе урында – “Барыҫ” клубынан Даррен Диц. Уның контракты 100 миллион һумға баһалана. Юлаевсы Тему Хартикайнен 90 миллион һум менән өсөнсө урында. Ҡапҡасы Юха Метсола һәм һаҡсы Филип Ларсен 80 миллион һум эш хаҡы ала. Улар был күрһәткес буйынса исемлектә бишенсе. Иң ҡиммәт уйынсылар һаны буйынса “Салауат Юлаев” клубы Континенталь хоккей лигаһында 3-сө урында килә.




