Республикала коронавирустан прививка яһатыусылар арта

Республикала коронавирустан вакцина яһатыусылар арта. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерелде. “Сикләүҙәр прививка алыусылар һанын күбәйтеү маҡсатында индерелде. Улар ыңғай һөҙөмтә бирә башланы”, тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

Республикала коронавирустан прививка яһатыусылар арта

Үткән тәүлектә республикала 660 кешелә коронавирус раҫланған. Сирҙән 36 кеше вафат булған. Стационарҙа 1 меңдән ашыу пациент дауалана, уларҙың 49-ы ауыр хәлдә. 16 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, ковид госпиталдәрҙә 8 меңдән ашыу урын булдырылған. Әле уның 12 проценты буш. Прививка яһатыусылар артыу сәбәпле вакциналау пункттарының эш тәртибе үҙгәртелде, тине Максим Забелин.

Республикала коронавирустан прививка яһатыусылар арта

Республикала шулай уҡ сит граждандарын вакциналау дауам итә. Бөгөн коронавирус менән көрәш буйынса оператив штаб ултырышы үтә.

Фото №1 - Республикала коронавирустан прививка яһатыусылар арта
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ