Кисә Өфөнөң Орджоникидзе районында мебель складында янғын сығыу осрағы теркәлде.
Яңы Александровка ҡасабаһының Зелинский, 3 адресы буйынса янғын тураһында мәғлүмәт дежур часына 18:29 сәғәттә хәбәр ителә. Социаль селтәрҙәргә шаһиттар тарафынан һалынған видеоларҙан күренеүенсә, ут ике ҡатлы йортто тулыһынса ялмап алған булған.
Янғын һүндереүҙә 6 берәмек техника һәм шәхси составтың 19 кешеһе ҡатнашҡан, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. Янғын ҡыҫҡа замыкание арҡаһында сығыуы фаразлана.





