Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу аҙағына яҡынлаша

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, әлегә майҙарҙың 90 процентында уңыш йыйып алынған, техник культураһының тулайым йыйымы 810 мең тоннанан ашҡан. Благовар, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө хужалыҡтарында татлы тамыр сығарыу тамамланған, 4 районда эштәр теүәлләнеү алдында. Уртаса гектар кеүәте 247 центнер. Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, Ҡырмыҫҡалы хужалыҡтарында шәкәр сөгөлдөрө уңған. Киләһе йылға майҙандарҙы арттырырға иҫәп бар, ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Латыпов.

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу аҙағына яҡынлаша

Шәкәр заводтары яңы уңыш сөгөлдөрөн эшкәртә. Әлегә заводтарға 415 меңдән ашыу тонна сеймал оҙатылған, 15 мең тонна шәкәр етештерелгән.

Фото №1 - Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу аҙағына яҡынлаша
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ