Башҡортостанда бөгөндән коронавирусҡа ҡаршы сикләүҙәрҙең өсөнсө тулҡыны үҙ көсөнә инә

Ул ресторандарға, сауна-бассейндарға, фитнес клубтарға, матурлыҡ салондарына ҡағыла. Башҡортостан башлығы бөгөн оператив кәңәшмәлә билдәләүенсә, хәүефһеҙлек саралары вакцинациялау күрһәткесен арттырыу маҡсатында эшләнә.

Сикләүҙәр индерелгәндән һуң шәмбе көнө генә тәүге компонент менән 27 мең кеше прививка яһатҡан. Әммә карантин индереүҙең кире яғы ла юҡ түгел. Улар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ике йөҙҙән ашыу белем усағы һәм 543 синыф карантинда, 660 кешенең мәкерле сирҙе йоҡтороуы, 36 үлем осрағы. Башҡортостан башлығы бөгөнгө оператив кәңәшмәлә билдәләүенсә, республикала коронавирустың иң юғары нөктәһенә еттек тигән ышаныс бар. Әммә был сикләүҙәр туҡтатыла, хәүефһеҙлек талаптары йомшартыла тигән һүҙ түгел. Сиргә ҡаршы һөҙөмтәле көрәшеү өсөн республикала тағы ла миллион кешенең прививка яһатыуы мотлаҡ.

Әлбиттә сикләүҙәрҙең кире яғы ла бар. Бигерәк тә эшҡыуарҙар матди зыян күрә. Башҡортостандың эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Флүр Әсәҙуллин фекеренсә,учреждение-предприятиелар сикләү шарттарында эшләргә әҙер,  әммә дәүләт ярҙамы ла ҡаралырға тейеш.

Республиканың мәғариф министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, социаль тармаҡҡа ярҙам бар. Былтыр Башҡортостан шәхси балалар баҡсаһын селтәрен үҫтереүгә федераль бюджеттан 49 миллион һум аҡса алған. Быйыл сумма тағы ла күберәк, кескәйҙәр өсөн 400-ҙән ашыу урын барлыҡҡа килер тип көтөлә. Социаль өлкәгә ҡағылған тағы ла бер яңылыҡ – инвалид балалар өсөн реабилитация үҙәктәре арта. Әле республикала физик мөмкинлеге сикләнгән кескәйҙәр иҫәбе 18 меңдән ашыу. Һуңғы йлыдарҙа был һандың артыуы күҙәтелә.

Радий Хәбиров муниципаль берәмек башлыҡтарына был мәсьәләгә иғтибар бирергә ҡушты.Һорау район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының уҡыуҙары барышында ла ҡарала.

 Радий Хәбиров халыҡҡа һауа торошо тураһында ла мәғлүмәт биреп торорға ҡушты. Транспорт саралары ҡар өйөмө аҫтында тороп ҡалмаһыҙ өсөн ваҡытында иҫкәртеү мөһим, тине Республика башлығы. Сөнки был аҙнала көндәрҙең һалҡынайтыуы һәм яуым-төшөм көтөлә.

Фото №1 - Башҡортостанда бөгөндән коронавирусҡа ҡаршы сикләүҙәрҙең өсөнсө тулҡыны үҙ көсөнә инә

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ