Вольф Фердинанд Виланд менән юғары уҡыу йорто араһында хеҙмәттәшлек электән килә. Ғалим университет клиникаһында сит ил студенттарына лекция уҡыны. Шулай уҡ ул урология һәм онкология бүлеге пациенттарын ҡабул итәсәк. Башҡорт дәүләт медицина университетында сит ил ғалимдары менән эш «Приоритет – 2030» федераль программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Рәмзиә Кәримова




